Был турала дүшәмбе һайын үткәрелгән оператив кәңәшмәлә иғлан ителде. Быйыл Башҡортостанда 3 апрелдә тәүге урман янғыны теркәлгәйне. Бер аҙнала муниципалитеттарҙа ҡоро үлән яныуҙың 200-ҙән ашыу осрағы теркәлгән. Шуға урман янғындарына һәм ҡоро үлән яныуға, уттың ауылдарға һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәренә күсеүенә юл ҡуймау өсөн республика биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов репортажын ҡарағыҙ.Оператив кәңәшмә ғәҙәттәгесә үткән аҙна сараларына ҡыҫҡа экскурс менән башланып китте. Баймаҡ районына эш сәфәрен йомғаҡлап Андрей Назаров Сибай-Аҡъяр юлын яңыртыу, Иҫке Сибайҙа төҙөлгән яңы мәктәп, Баймаҡтағы балалар поликлиникаһы төҙөлөшө, агросәнәғәт колледжындағы реконструкция һөҙөмтәләренә туҡталды.Ә Өфөлә үткән Экология форумын йомғаҡлау докладынан билдәле булыуынса, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары “Экология” милли проектының “Саф һауа” программаһына ингән. Атмосфераға сығарылған ҡалдыҡтарҙың 20 проценты тап ошо ике ҡалаға тура килә. Экологик хәлде яҡшыртыу өсөн федераль бюджеттан ярҙам буласаҡ. Үткән аҙнала Төркиә компанияһы вәкилдәре сәфәр менән Өфөгә килгән. Сит ил инвесторҙары беҙҙә техника, ҡоролмалар етештереүҙе яйға һалырға ниәтләй. Бының өсөн улар 7 миллиард аҡса һалырға әҙер. Хөкүмәт рәйесе Төркиә компанияһының менән “Амкадор” араһында конкурентлы низағтар сығыуыналдан иҫкәртергә кәрәк.Биләмәләрҙәге таҙалыҡҡа бәйле һорауҙар үткән аҙнала “Инцидент менеджментта” беренсе урынға сыҡҡан. Был, башлыса, шәмбе өмәләре менән дә бәйле. Сөнки йыйылған сүп-сар тиҙ арала сығарылмай, ҡайҙалыр кире туҙып ята. Андрей Назаров муниципалитет етәкселәренә дөйөм эшкә яуаплы ҡарарға ҡушты.Юлдар темаһы ла актуаллеген юғалтмай әлегә. Беренсе баҫҡыста Өфө, мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе соҡорҙарға зарлана. Зарланыр мәсьәләгә әүерелмәһен өсөн быйыл янғындарға бәйле хәлде контролдә тоторға кәрәк. Иртә килгән яҙ һәм ҡоро көндәр арҡаһында үткән аҙнала ғына республика биләмәләрендә 607 янғын теркәлгән, шуларҙың 252-һе ҡоро үлән яныуға бәйле. Ут сығыу осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында дүшәмбенән республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Ул 15 майға тиклем ғәмәлдә. Был осорҙа ут яғыу тыйыла, урманға инеүҙә сикләүҙәр бар. Ауыл хужалығы кооперативтар һаны һәм уларҙың артыу күрһәткесе буйынса Башҡортостан беренсе урында килә. Был хаҡта үҙ докладында вице-премьер Илшат Фәзрахманов белдерҙе. 402 берләшмәнең 250-һе ауыл хужалығы продукцияларын эшкәртеү менән шөғөлләнә. 5 йыл эсендә беҙҙәге кооперативтар һаны 4 тапҡырға артҡан.
Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелде
Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелде