Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

Иртә килгән яҙ һәм ҡоро көндәр арҡаһында үткән аҙнала ғына республика биләмәләрендә 607 янғын теркәлгән, шуларҙың 252-һе ҡоро үлән яныуға бәйле. Урман янғындарына һәм ҡоро үлән яныуға, уттың ауылдарға һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәренә күсеүенә юл ҡуймау өсөн республика биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Ул 15 майға тиклем ғәмәлдә. Был осорҙа ут яғыу тыйыла, урманға инеүҙә лә сикләүҙәр бар.