Республикала Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 78 йыллығы киң билдәләнәсәк

Еңеү көнөндә хәрби парад ойошторола

Еңеү көнөндә хәрби парад ойошторола, Еңеү паркындағы мемориаль комплексҡа сәскәләр һалынасаҡ. Байрам алдынан бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына байрам открыткалары, төрлө сараларҙа ҡатаншыу өсөн саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ. Район һәм ҡала хакимиәттәренә хәрби комиссариаттар менән берлектә Еңеү көнөнә арнап төрлө саралар, фронтовиктарҙы һәм тыл хеҙмәткәрҙәрен, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатындарын, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен тәбрикләүҙе ойошторорға ҡушылды.