Башҡортостан Бөйөк Еңеү көнөн билдәләргә әҙерләнә

Өфөлә әле 1 мең 22 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй.
  • Башҡортостан Бөйөк Еңеү көнөн билдәләргә әҙерләнә

Уларҙың 25-е һуғышта ҡатнашыусы, 19-ы концлагерь тотҡоно, 28-е блокадалы Ленинградта йәшәүсе, 1-һе ҡамауҙағы Севастополдә йәшәүсе, 949-ы тыл эшсәне. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Еңеү көнөнә һәр ветеранды ҡотлап, открыткалар һәм бүләктәр тапшырыласаҡ. 8 майға тиклем туғыҙ ветерандың йорто янында шәхси парадтар ойошторола.