Бер быуатлыҡ ғүмер

Бер быуатлыҡ ғүмер

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Өфөнөң почетлы гражданины Кашшаф Сәмиғуллин 100 йәшлек юбилейын ҡаршыланы. Ошо айҡанлы республиканың тәфтиш идаралығы хеҙмәткәрҙәре ветерандың йорто алдында уға бағышлап тантаналы парад ойошторҙо. Кашшаф Сәмиғуллинды бер быуатлыҡ ғүмер байрамы менән беҙҙең ижади төркөм дә ҡотланы.Сафҡа теҙелгән һалдаттар, йәнле оркестр башҡарыуында марш. Өфөнөң Жуков урамындағы йорттарҙың береһе алдында байрам. Был күренеште тыныс күңел менән генә күҙәтеп булмай. Сөнки тантаналы парад шәхсән бер кешегә бағышланған. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кашшаф Сәмиғуллин 100 йәшлек юбилейын билдәләй. Кашшаф Әғлетдин улының тормош юлы аяныслы һәм йөрәк өҙгөс хәл-ваҡиғаларға тулы. Йәрмәкәй районының Түбәнге Ҡарамалы егете бик иртә етем ҡала. Тормоштоң бөтә михнәттәрен күреп үҫһә лә, кешелеклелекте, илһөйәрлекте юғалтай егет. Ҡурҡыу белмәгән үҫмер 17 йәшендә фронтҡа китә. Калининград фронтында пулемет расчеты командиры була. Ржев эргәһендәге ҡаты алыштарҙың береһендә ул етәкселек иткән отряд беренселәрҙән булып йылға аша сыға һәм пулеметтан ут асып, десант полкының башҡа бүлексәләренә кисеүҙе үтеүгә ярҙам итә. Ҡыҙғанысҡа, был ҡаты алыш Кашшаф Сәмиғуллин өсөн һуңғыһы була, ул ҡаты яраланып госпиталгә эләгә.Яу яланына Кашшаф Сәмиғуллин башҡа эләкмәй. Эске эштәр халыҡ комиссариатында бандитизмға ҡаршы көрәш бүлегендә эшләй, етди енәйәттәрҙе тикшереүҙә ҡатнаша. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында кесе лейтенанттан полковник дәрәжәһенә тиклем үрләй. Хаҡлы ялға сығып та 20 йылдан ашыу Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының ветерандар ойошмаһы Советында яуаплы секретарь булып эшләй.Бөгөн, ғүмеренең иң абруйлы байрамын ҡаршылағанда Кашшаф Сәмиғуллин эргәһендә уның балалары һәм туғандары. Күңел көрлөгөн, зиһен теүәллеген юғалтмаған ветеран, һәр ваҡыттағыса дәртле һәм тормош яратыусан. Ҡотлауҙарҙы ла ул үрә баҫып тыңланы.Кашшаф Әғлетдин улы күп һынауҙарҙы үҙ иңдәрендә күтәргән көслө рухлы кеше. Тормошоноң һәр ваҡиғаһын әлегеләй хәтерләй ул. Йәш быуынға ла әйтер һүҙе бар. Кашшаф Сәмиғуллиндың тормошо Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһө. Уның батырлығы, бөйөк еңеүгә индергән өлөшө тарих битендә лайыҡлы урынын аласаҡ.