Бер быуатлыҡ ғүмер

Бер быуатлыҡ ғүмер

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны үҙенең 100-сө яҙын ҡаршылай. Николай Васильевич Васильев республиканың иң оло һәм иҫән ҡалған берҙән-бер десантнигы. Ул күп һынауҙарҙы үҙ иңендә күтәргән көслө рухлы кеше. Тормошоноң һәр ваҡиғаһын әлегеләй хәтерләй ул. Бөйөк еңеү көнө менән ветеранды хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова ҡотланы. Николай Васильевич Васильев республиканың иң оло һәм иҫән ҡалған берҙән-бер десантнигы. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән 18-лә тулмаған егетте Рига хәрби пехота училищеһына уҡырға ебәрәләр. 1942 йылда һауа десант ғәскәрҙәренә саҡырыла. Николай Васильев бөтә һуғышты үтә, 3-сө Украина фронты составында разведчик була, Австрия, Вегрия , Чехословакияны азат итә. Киев, Днепр өсөн ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Һуңғыһы иң аяныслыһы. Был бәрелештә кемдәр иҫән ҡалғаны әле һаман билдәһеҙ, ти Николай Васильевич. Бөтә ҡаты алыштарҙа беҙ беренселәр рәтендә инек, тип хәтерләй Николай Васильевич. Ниндәй генә аяныслы бәрелеш булмаһын, имен сыҡтым, күрәһең, Хоҙай ҡурсалап йөрөттө, ти ветеран. 45-се йылдың 9 майында Праганы фашистарҙан азат иткәндә Николай Васильев ҡаты яралана. Снаряд ярсыҡтары бөтә тәнен йәрәхәтләй. Һуғыш тамамланһа ла, егетте ҡайтармайҙар. Ул 1947 йылға тиклем Вена ҡалаһы коменданты булып хеҙмәт итә. Һәр ерҙә лә үҙен ҡорал менән оҫта эш иткән, ҡурҡыу белмәгән һалдат итеп күрһәткән. 50 йылдарҙа Башҡортостанға ҡайтып Николай Васильевич ғаилә ҡора, ике ҡыҙы, бер улы тыуа. 25 йыл күҙәтеү органдарында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ғүмере буйы һунарсылыҡ менән ҡыһыҡһына. Был шөғөл тыныс ваҡытта ла үҙен хәрби формала тоторға ярҙам итә. Николай Васильевичтың тормошо Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһө. Уның батырлығы, бөйөк еңеүгә индергән өлөшө тарих битендә лайыҡлы урынын аласаҡ.