Ишембайҙағы айырым иҡтисади биләмәлә «Zasport» фабрикаһы асылды. Хәҙер Рәсәй олимпиясылары Башҡортостанда тегелгән форма кейеп ярышасак. Предприятиеға рәсми стартты Республика башлығы Радий Хәбиров менән "Zаспорт" брендына нигеҙ һалыусы Анастасия Задорина бирҙе. Тарихи ваҡиғаға хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ла шаһит булды. Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина, спортта юғары дәрәжәләргә өлгәшкән башҡа спорты яҡташтар кеүек үк, заспорт кейеменең зауығын да, уңайлығын да ғәмәлдә һынап ҡараған. Сифатын юғары баһалай. Тауар сифаты бында ысынлап та тәү мөһим мәсьәлә. Спорт кейемендә етешһеҙлектәргә урын юҡ. Уның ныҡлығы хатта еңеү шарты, тиергә мөмкин. Сифат талабына етештереүҙең һәр өлөшө буйһона. Был цехтағы иң тыныс бүлмә. Тауыш-тынһыҙ эшләгән йыһаздаорҙы күҙ уңында тотҡанда шулай тойола. Әммә улар үҙ иңенә иң ҙур яуаплылылҡты алған. Ошо машина туҡыманың бәләкәй генә етешһеҙлектәрен дә табып компьютерҙа теркәй бара. Тегенселәр брак үткәрмәһен өсөн. Тегенселәр ҙә ябай түгел бында. Хатта һөнәри дәрәжәләре "тегеү машинаһы операторы", тип яңғырай. Ҡоролмалар цифралы, машина артына әҙерлекһеҙ ултырыу юҡ. 13 йыл урындағы трикотаж фабрикаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Гөлнара Төхвәтуллинаға, мәҫәлән, тегенсе тәжрибәһе өҫтөнә ике айлыҡ курс үтергә тура килгән. Үкенмәй. Бындай хеҙмәт – үҙе бер хыял, тип һөйөнә. Предприятиела хеҙмәт шарттарының сифаты ла һуңғы урында түгел. Тегенселәр өсөн бар уңайлыктарҙы «Zasport» бренды хужаһы үҙе ҡәтғи талап итә. Фабрикаға Ҡолғона ауылынан йөрөп эшләргә тәүәккәлләгән Светлана Хәбирова лә яңы һөнәренән ҡәнәғәт. Хеҙмәт баҙарында теркәлгән еренән яңы эшкә юллама алып әҙерлек үтергә мөмкинлекте ул Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының “Йәшел картаһына” ярашлы алған. Ситтән килеп эшләгән хеҙмәткәрҙәр фабриканың икенсе ҡатында урынлашҡан дөйөм ятаҡта йәшәй ала. Иркен бүлмәләрҙә бар уңайлыктар ҡаралған, аш бүлмәһе, көнкүреш техникаһы, ял урындары хәстәрләнгән. Эшселәрҙең хеҙмәт хаҡына килгәндә, ул әҙерлеккә генә түгел, үҫешкә лә бәйле.Үҫеш мөмкинлектәре иһә тәүлегенә 2250, йылына 562 мең берәмек әҙер әйбер тегеп тапшырыу. «Zasport» брендының был илдәге иң ҙур предприятиеһы. Ул дүрт мең ярым квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй. Теген цехынан башҡа крой, сигеү цехтары, сублимация, ебәктрафарет ысулы менән рәсем баҫыу бүлектәре, уҡыу класы, шулай уҡ тәжрибә-һынау бүлеге бар. Бында рәссамдар һәм белгестәр яңы продукция өлгөләрен ҡора.Радий Хәбиров Рәсәйҙә иң алдынғы тип танылған «Zasport»тың «Алға» биләмәһендә нығыныуын Башҡортостан өсөн һөйөнөслө күренеш, тип баһаланы. ZASPORT брендына нигеҙ һалыусы Анастасия Задорина фабриканың айырым иҡтисади биләмәлә урынлашыуы беҙгә бихисап өҫтөнлөктәр бирә, тип белдерҙе. Һәм төбәк етәкселегенә хеҙмәттәшлек менән ярҙам өсөн рәхмәт әйтте.Фабриканы проектлау 2020-се, төҙөлөш 2021 йылда башланһа, быйыл көҙ предприятие тулы ҡеүәтенә сығырға йыйына. Маҡсат — спорт кейемен егештереүҙе тулыһынса Рәсәйгә күсереү. Донъя күләмендә юғары сифаты менән танылған спорт кейеменең хәҙер Башҡортостанда тегелеүе төбәк иҡтисадын ғына түгел, данлыҡлы спортсыларҙы ла яңы еңеүҙәргә дәртләндерә.
Алға" "Спорт яҡлы
Алға" "Спорт яҡлы