Алға, Башҡортостан, алға, яҡташтар!

Алға, Башҡортостан, алға, яҡташтар!

Бөтә Башҡортостан халҡы Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә тырышҡан ваҡытта, сәнғәт әһелдәре бер нисек тә ситтә ҡала алмай. Үҙ юлым, үҙ йырым тип аталған хәйриә концерты ана шул ынтылыштарҙың береһе. Концерттан төшкән бар аҡсалар яҡташ һалдаттарыбыҙыға гуманитар ярҙам итеп ебәрелә. Алға, Башҡортостан, алға, яҡташтар! Әлеге ваҡытта һәр кемебеҙҙең йөрәге ошо һүҙҙәр менән тибә. Сәхнәгә сыҡҡан артистар, залда ултырыусы тамашасылар берләшеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә ярҙам ҡеүәтен арттырырға ниәт тотто һәм төрлө тарафтарҙан килеп етте. Башҡортостандан барған гуманитар ылауҙарҙың ни тиклем оло ярҙам булыуы һалдаттарыбыҙҙың видеосәләмендә.Йылы һүҙҙәр яҙылған ҡеүәтләү хаттары, күстәнәстәр, нәскиҙән алып ҙур йөк автомобилдәренә тиклем – көсөнән килгәнсә бар кәрәк-яраҡ менән фронтты тәъмин итергә тырышыуҙың һөҙөмтәһе – алдынғы һыҙыҡтарҙа ышаныслы баҫып тороусы һалдаттарыбыҙ. Башҡортостан һәм Татарстандың иң күренекле сәхнә йондоҙҙары бер сәхнәлә. Тамашасылар билеттар һатып алып инеүҙә генә туҡтап ҡалмай, концерт дауамында экранда күрһәтелгән QR код аша ла аҡсалар күсерҙе. Артистарыбыҙ араһында махсус хәрби операция биләмәһендәге хәл менән яҡындан таныш булыусылар бар. Зәйнетдин яҡташтарыбыҙ янына барып, улар менән күрешеп, сығыш яһап ҡайтыусылар рәтенән. Хәйриә концертына Татарстан сәхнәләрендә балҡыған яҡташтарыбыҙ ҙа ашҡынып ҡайтты. Салауат Фәтхетдинов, Филүс Ҡаһиров, Гүзәл Уразова, Гөлназ Асаева һ.б. Шундай сетерекле мәлдә битараф ҡалып булмай, тип уртаҡлашты улар.Айҙар Ғәлимов, Әнүәр Нурғәлиев – тағы ла бик күп танылған шәхестәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре берләште был концертта.Һәр кемдең төп теләге – яҡташтарыбыҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын!