Республиканың дәүләт юридик бюроһы белгестәре ветерандарға көнкүреш мәсьәләләренән алып ҡатмарлы суд эштәрен хәл итергә ярҙамлаша. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ. Василий Яковлев тап шундай фекерҙә. Яңы гараж, мунса төҙөргә һәм йортто ремонтларға. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡас, ветеран киләсәккә пландар ҡора. Теүәл 2 йыл элек ул яу яланында ҡаты яраланып аяҡһыҙ ҡала.
Реабилитация оҙаҡҡа һуҙылмай. Василий кире тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, «Ватанды Һаҡлаусылар» фондына мөрәжәғәт итә һәм шул ваҡыттан алып ветеран менән тығыҙ рәүештә социаль координатор эшләй башлай. Туяна Мостафина протездар алырға, торлаҡты яраҡлаштырыу сиратына баҫырға, шулай уҡ яраланған өсөн өҫтәмә түләү алырға ярҙам итә.
2024 йылдың 14 ноябренән инвалидлыҡҡа килтергән яра өсөн түләү 4 миллион һумға тиклем арта. Быға тиклем имгәнгәндәргә 3 миллион һум түләнә ине. Күп кенә ветерандарға дәүләт юридик бюро хеҙмәткәрҙәре айырманы рәсмиләштерергә ярҙам итә. Юристар шулай уҡ махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бушлай консультациялар үткәрә, хоҡуҡи документтар төҙөүҙә ярҙам итә һәм уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлай.
Шулай уҡ бюро белгестәре «Юридик десант» ойоштора. Белгестәр республика ҡала һәм райондарына сығып, урындарҙа граждандарҙы ҡабул итә.
Яковлевтар үҙ йорттарын тиҙ арала төҙөкләндереп уны ғаилә башлығының уңайлылығы өсөн яраҡлаштырырға теләй.







