Яугирҙәргә ярҙам

"Башҡортостан" дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы "Шах" ҡушаматлы яугирға рациялар тапшырҙы.
  • Яугирҙәргә ярҙам

Ҡыҫҡа ялы тамамланғандан һуң ул радиостанцияларҙы хеҙмәт иткән урынында етәкселеккә тапшырасаҡ. Алғы һыҙыҡта элемтә бик мөһим, ти яугир.

"Башҡортостан" дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы махсус операцияла хәрби бурыстарын үтәүселәргә даими ярҙам итә. Беҙҙең телеканал үткән йыл "Башҡортостан" полкы яугирҙарына бәләкәй мунса тапшырғайны. Бынан тыш та, адреслы ярҙам күрһәтеү ҙә телеҫкомпания хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнаша.