Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы прокуроры менән осрашты

Төбәк башлығы менән уны Рәсәй Генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин таныштырҙы
  • Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы прокуроры менән осрашты

Иван Грибов 1997 йылдан прокуратура органдарында хеҙмәт итә. Пенза ҡалаһы Первомайский районы прокуратураһы тәфтишсеһенән Псков һәм Владимир өлкәләре прокурорына тиклем юл үтә. Николай Шишкин республика прокуратураһы алдында торған бер нисә өҫтөнлөклө бурысты билдәләне һәм прокуратура органдарының уларҙы профессиональ һәм һөҙөмтәле хәл итеүенә ышаныс белдерҙе.

Республика башлығы яңы прокурорҙы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм уға хеҙмәтендә уңыштар теләне.

Шулай уҡ яңы етәксене Башҡортостан прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре менән таныштырҙылар.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Иван Грибов Рәсәй Президентының 2026 йылдың 28 июнендәге указы менән Башҡортостан Республикаһы прокуроры итеп тәғәйенләнде.