"Йәшлек" гәзите республиканың иң шәп ауыл мәктәбен билдәләне

"Йәшлек" гәзите республиканың иң шәп ауыл мәктәбен билдәләне

Уны «Бәйләнештә» селтәрендә тауыш биреү һөҙөмтәһендә һайланылар. Беренсе урынды алған белем усағына шәп бүләк әҙерләнде: “Һуңғы ҡыңғырау” байрамында билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева барып, үҙенең данлыҡлы "Мәктәп вальсы" йырын башҡарҙы. Иң шәп ауыл мәктәбе исемен Рәлиә Сәхибгәрәева белә.Данлыҡлы "Мәктәп вальсы" йырын билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева башҡарыуында тыңлау бәхете Ишембай районының Үрге Этҡол урта мәктәбенә тәтене. Уны тыңлау менән бер рәттән уҡыусылар вальс әйләнде.Бындай мөмкинлекте Үрге Этҡол мәктәбенә «Йәшлек» гәзите бүләк итте. Республиканың ауыл мәктәптәре араһында «Бәйләнештә» селтәрендә конкурс иғлан итеп, өс аҙна дауамындағы тауыш биреү һөҙөмтәһендә еңеүсе һайланды.Уҡыусылар һаны күп булмаһа ла, Ишембай районының Үрге Этҡол урта мәктәбе өс мең ярым тауыш йыйып, Башҡортостандың башҡа белем усаҡтары араһында беренсе урынға сыҡҡан. Һәр район буйынса еңеүсе булғандар ҙа иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ, уларға «Йәшлек» гәзите Шөһрәтнамә ебәрәсәк. Иң шәп ун ауыл мәктәбе исемлеге лә төҙөлгән. Улар менән редакция йыл дауамында таныштырып барасаҡ.