Йылдың иң күркәм сараһы — Китап-байрам . 3 көн дауамында барған халыҡ-ара йәрминкә Башҡортостандың яҙыусылар берлеге тәҡдиме һәм төбәк етәкселеге ярҙамы менән тормошҡа ашырылды. Сара Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан республикаларынан 140-тан ашыу нәшриәтте, китап кибеттәрен, шәхси букинистарҙы, яҙыусыларҙы йыйҙы. Байрамды ябыу тантанаһында төбәк башлығы китап йәрминкәһе йыл һайын үтәсәк, тип белдерҙе. Сәлимә Исламова теманы дауам итә.Бөтә донъяға билдәле Ғосман Ҡөрьәненең күсермәһе Башҡортостанға ҡайтты. Был китап йөҙ йыл элек республиканан сығарылған булған. Төбәк етәксеһе тәҡдиме һәм Үзбәкстан етәкселеге ярҙамы менән Ташкентта Ҡөрьән музейында һаҡланған китаптың берҙән-бер алтын күсермәһе яҙыла. Боронғо ҡомартҡының төп нөсхәһе Үзбәкстанда Хәҙрәт имам комплексы биләмәһендәге Муйи Мөбәрәк мәҙрәсәһендә һаҡлана.Шулай итеп Китап -байрам тантанаһын асыу сағыу ғына түгел, тарихи ваҡиғаға әйләнде. Ислам донъяһы мосолмандарының ғорурлығы булған китап Башҡортостан Республикаһының Милли музейына ваҡытлыса һаҡлауға тапшырылды.Байрамдың үҙәге булған Совет майҙаны сатырҙар, тирмәләр менән тулы. Китаптарҙың ниндәйе генә юҡ. Балалар өсөн айырыуса сағыу, йөкмәткеле саралар, уйындар әҙерләнгән. Китап йәрминкәһе генә түгел, иң беренсе китапҡа дан йырлау , тип билдәләне тел белгестәре.Халыҡ-ара фестивалдә Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан республикаларынан 150-гә яҡын нәшриәт, китап кибеттәре, шәхси букинистар ҡатнашты. Форумдың ниндәйҙер өлөшө коммерцияға ҡоролған әлбиттә, әммә әҙәбиәтселәрҙең эше унһыҙ ҙа булмай. 70 йылға яҡын ғүмерен әҙәбиәткә бағышлаған шағир Ҡәҙим Аралбаев китапҡа дан йырлау шундай кимәлдә үтеүенә хайран. Әҙәбиәт, телгә, ижадҡа ҡоролған байрам сәсәндәрһеҙ буламы. Китап-байрамына улар төрлө илдәрҙән килгән. Башҡорт халҡының төп тәғлимәте, Урал батыр эпосының нигеҙендә ятҡан фәлсәфә сәхнәнән яңғыраны. Йәш сәсәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтте.“Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһен ябыу танатанаһында Башҡортостан Башлығы форум йыл һайын ойоштороласаҡ, тип белдерҙе һәм көҙгә Рәсәйҙә етештерелгән балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары индустрияһы форумына саҡырҙы. Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова ла ҡатнашты һәм китап йәрминкәһенең ойоштороу кимәлен юғары баһаланы.Өс көн буйы дауам иткән байрамдан кеше өҙөлмәне. Һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған китап, йә авторҙы тапҡандыр. Ул ғына ла түгел сара халҡыбыҙҙың уҡырға яратҡан , аҡыллы, яҡты киләсәкле милләт булыуына ишара.
Китап-байрам
Китап-байрам