Быйыл ул майҙың 28-нән 30-на тиклем үтә. Күләмле мәҙәни сара республика Хөкүмәте булышлығында үҙғарыла. Бер-нисә йыл эсендә ул илебеҙҙә иң күп ҡатнашыусыны йыйған төбәк китап йәрминкәһенә әүерелде. Форум быйыл да баш ҡаланың үҙәк өлөшө – Совет майҙанында үтәсәк.
Сараның үҙенсәлеге — күләмле осрашыуҙарға республиканың һәр ҡала-районын йәлеп итеү. Тағы бер яңылыҡ – ойоштороусыларҙың мәғрифәти программаға өҫтөнлөк биреүендә. Быйылғы йәрминкәнең төп темалары – Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы, шулай уҡ «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» — илһөйәрлек,тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау темалары. Был йүнәлештәр яҙыусылар, авторҙар, блогерҙар менән осрашыуҙарҙа, шулай уҡ концерт һәм мәҙәни программаларҙа төп урынды биләйәсәк.






