Бөгөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Бөгөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Ошо туралағы ҡарар 1925 йылда Женева ҡалаһында балалар именлеге мәсьәләләренә арналған Бөтә донъя конференцияһында ҡабул ителгән.Икенсе донъя һуғышынан һуң, Парижда 1949 йылда ҡатын-ҡыҙҙар конгресы үтә, унда ҡатнашыусылар балаларҙың берҙән-бер бәхет гарантияһы — донъяла тыныслыҡ булдырыу тураһында ант бирә. 1950 йылдың 1 июнендә беренсе тапҡыр Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә.