«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале

Баймаҡ районында башҡорт тоҡомло аттарҙың икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивален үткәреү буйынса ойоштороу комитетының күсмә кәңәшмәһе булды. Унда Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.Ҡатнашыусылар фестивалде ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе. Быйыл сара 11-13 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында үтәсәк. Билдәле булыуынса, башҡорт тоҡомло ат бик сыҙамлы, шуға күрә уның таҙа тоҡомон һаҡлау мөһим. Фестиваль бик ҡыҙыҡлы булыр һәм тиҙҙән ул үҙебеҙҙең генә түгел, сит ил туристарын да йәлеп итер тигён ышаныс бар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале былтыр ойошторолғайны. Фестиваль республикала йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, башҡорт тоҡомло аттарҙың һанын арттырыуға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән.