Өфөлә “Беҙ бергә, беҙ берҙәм!” хәйриә фестивале ойошторолдо. Саранан алынған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йүнәлтеләсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта. Бөгөн яугир егеттәребеҙгә ярҙам итеү бик мөһим. Улар өсөн Ватанды һаҡлау лозунг ҡына түгел, ә тормош ысынбарлығы. Һәр беребеҙ, шул иҫәптән, ижади кешеләр ҙә, илебеҙҙең еңеүенә ҡулдан килгәнсә өлөш индерергә тейеш, ти Иҙел Нурғәлин. Башҡортостан, Татарстан республикаһы йырсылары хәйриә фестивалендә бөтөнләй бушлай сығыш яһай.Сағыу сараға билдәле сәхнә йондоҙҙары, халыҡтың яратҡан башҡарыусылары Фидан Ғафаров, Рөстәм Ғиззәтуллин, Элвин Грей, “Бишбармаҡ” төркөмө, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле, Айҙар Ғәлимов, Филүс Ҡаһиров, Әнүәр Нурғәлиев, Гүзәл Уразова һәм Илдар Хәкимов, Ришат Төхвәтуллин, Зинира һәм Ризат Рамаҙановтар үҙ өлөштәрен индерҙе.Был концерт Өфө хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиевтың тәҡдиме буйынса ойошторолдо. Бында башҡорт һәм татар эстрадаһының иң популяр артистары сығыш яһаны. Саранан килгән килем мобилизацияланған граждандарға ярҙам итеүгә, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуға тотоноласаҡ.
Беҙ бергә, беҙ берҙәм!”
Беҙ бергә, беҙ берҙәм!”