Беҙ бергә

Беҙ бергә

Башҡортостан-24 каналында «Беҙ бергә» илһөйәрлек телемарофоны үтте. Иртәнге 9-ҙан киске 8-гә тиклем тура эфирҙа Башҡортостан телерадиокомпанияһының майҙансыҡтарында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙ, күрһәткән батырлыҡтары, уларҙың ғаиләләренә йүнәлтелгән ярҙам саралары, волонтерҙар эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ барҙы. Сәлимә Исламова теманы дауам итә. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Беҙ бергә! Башҡортостан -24 телеканалында үткән марафон ил һағында тотроусылар, еңеүҙе яҡынайтыуға бөтә көсөн һалған замандаштарыбыҙға арналды. Тарих биттәренә күҙ һалһаҡ Рәсәй һәр саҡ дөрөҫлөк яҡлы һәм еңелеү белмәгән ил. Башҡортостан телерадиокомпанияһы алып барыусылары тарихи АСБ-1 студияһында 11 сәғәт дауамында көнүҙәк темаларҙы яҡтыртты һәм махсус репортаждар күрһәтелде.Башҡорт халҡының быуаттар буйы килгән һыҙаты ул яугирлек, бай хәрби тарихы булыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Төнъяҡ амурҙары вариҫтары ла быуаттар дауамында үҙ исеменә тап төшөрмәгән. Марафондың беренсе сәғәте тап тарихҡа арналды. Тарих күсәгилешлеген махсус хәрби операция барған ергә барып ваҡиғаларҙы урындан яҡтыртҡан журналистар ҙа раҫланы. Бөгөнгө тарихты, дөрөҫлөктө – беҙ журналистар яҙырға тейешбеҙ тине улар.“Башҡортостан 24” телевизион каналының “Беҙ бергә” марафонына әле фронтта булған хеҙмәттәштәребеҙ ҙә ҡушылды. Тура эфирҙа 11 сәғәт барған “Беҙ бергә” телемарафоны Башҡортостан телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн оло ижади һынау булды. Сөнки беҙҙең хеҙмәткәрҙәр бындай форматтағы сараны тәүгә үткәрҙе.Башҡортостан Рәсәйҙә беренселәрҙән булып гуманитар ылау туплайҙы башланы. Беҙ бергә марафонына алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү теләге менән изге эшкә ҡушылған ирекмәндәр, төрлө кимәлдәге власть органдары вәкилдәре ҡушылды. Уларҙың фиҙәҡәр хеҙмәте, ысынлап та, оло хөрмәткә һәм иғтибарға лайыҡ. Алғы һыҙаттағы яугирҙәребеҙгә маскировкалау селтәрҙәре үреүсе «Маскировка «Щит» ирекмәндәр ойошмаһы 134 цех асҡан. Унда 10 меңдән ашыу ирекмән селтәр үрә. Был республикала ғына түгел Рәсәй кимәлендә иң әүҙем ойошмаларҙың береһе. Марафон сиктәрендә махсус хәрби операция яугиҙәренән рәхмәт һүҙҙәре лә килде. Махсус хәрби операцияны яҡтыртҡан бихисап программалар араһында, илебеҙ батырҙары хаҡында һөйләгән “Беҙҙең геройҙар” проекты айырым урын алып тора. Марафон сиктәрендә махсус хәрби операцияла оло ҡаһарманлыҡ күрһәткән Тәтешле батыры Фәнис Хөсәйенов тураһында Башкортостан киностудияһы эшләгән анимацион фильм да күрһәтелде. Беҙ бергә илһөйәрлек марафонында махсус хәрби операйияға ҡағылышлы бер генә тема ла ситтә ҡалманы- хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам, ирекмәндәр эшмәкәрлеге, Рәсәйҙең яңы төбәктәрендәге хәл ваҡиғалар, контракт төҙөргә теләүселәр өсөн ентекле мәғлүмәт һәм иң мөһиме донъяны фашизмдан һаҡлау өсөн йәнен-тәнен аямаған яугирҙәребеҙ батырлығы.