7-се саҡырылыш Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һаулау көнөн Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссия ултырышында иғлан иттеләр. Шулай уҡ ултырыш дауамында алдағы һайлау кампанияһына бәйле әҙерлек эштәре барланды. Комиссия ағзалары Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа ҡатнашыу өсөн документтар исемлеген, депутатлыҡҡа кандидаттарҙың таныҡлыҡтары формаларын раҫланы. Шулай уҡ махсус иҫәп асыу өсөн кредит ойошмаларының исемлеге теркәлде. 10 сентябрь шулай уҡ республиканың 54 районында урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлау ҙа уҙасаҡ. Быйыл 777 һайлау компанияһына старт биреләсәк.
Берҙәм тауыш биреү көнө республикала 10 сентябрь үтәсәк
Берҙәм тауыш биреү көнө республикала 10 сентябрь үтәсәк