Берҙәм тауыш биреү көнө республикала 10 сентябрь үтәсәк

Берҙәм тауыш биреү көнө республикала 10 сентябрь үтәсәк

7-се саҡырылыш Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һаулау көнөн Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссия ултырышында иғлан иттеләр. Һайлауҙа ҡатнашыу өсөн документтар исемлеге, депутатлыҡҡа кандидаттарҙың таныҡлыҡтары формалары раҫланды. Шулай уҡ махсус иҫәп асыу өсөн кредит ойошмаларының исемлеге теркәлде. 10 сентябрь шулай уҡ республиканың 54 районында урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлау ҙа уҙасаҡ.