Бөрйән районында Волга буйы федераль округы төбәктәренең “Йәштәр йыйыны” үҙ эшен башланы. Иҫке Собханғол янындағы палаткалы лагерға төрлө өлкәләрҙән бер мең ярым егет һәм ҡыҙ йыйылды. Әүҙем йәштәр менән бергә был сарала дәүләт органдары һәм йәштәр сәйәсәте буйынса учреждение вәкилдәре ҡатнаша. Дүрт көн дауамында бында төрлө тренингтар, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм дискуссиялар ойошторола. Шулай уҡ йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ уҙғарған Бөтә Рәсәй гранттар конкурсы еңеүселәре асыҡлана. Билдәле булыуынса, Башҡортостан был проектта иң алдынғы өс төбәк исемлегенә инде, йәлеп ителгән гранттар күләме 60 миллион һумғаса баһалана.
Бөрйәндә “Йәштәр йыйыны”
Бөрйән районында Волга буйы федераль округы төбәктәренең “Йәштәр йыйыны” үҙ эшен башланы.