Дүрт көн дауамында күрше өлкәләрҙән килгән йәштәр һәм Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалаларында белем алған Башҡортостан студенттары төрлө майҙансыҡтарҙа белем камиллаштырҙы, аралашты, уртаҡ проекттар яҡланы. 4-се тапҡыр үткән форум рекордлы 1 мең ярым кешене палаткалы лагерҙа тупланы. Йәштәр менән Республика Башлығы Радий Хәбиров та осрашты.
Йәштәр нимә теләй? Бөрйән районына бөтә Башҡортостандан ғына түгел, ә Волга буйы федераль округынан әүҙем йәштәр йыйылды. Уларҙы бер уртаҡ фекер берләштерҙе. “Йәштәр йыйыны”нда ҡатнашыусылар дөйөм алғанда 6 миллион ярым грант отто. Баймаҡ районы ҡыҙҙары, мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡуйылған мемориалды тәртипкә килтерергә теләй.
Форумға йыйылыусылар беренсе тапҡыр “Юғарыла” тип аталған студенттарҙың һәм эшләүсе йәштәрҙең ижади фестивалендә ҡатнашты. Бынан тыш, тәүгегә “ОбьективНо” тигән йәштәрҙең ҡыҫҡа метражлы кино фестивале ойошторолдо. Йәш дизайнерҙарҙың “Этника” тигән коллекция конкурсы ла айырым урын алды.
Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың йәштәр проекттары буйынса конкурсына бөтәһе 66 проект тәҡдим ителгән ине. Федераль грантҡа 14 йәш ойошмаһы һәм йәштәр лайыҡ булды. Уларҙың барыһы ла Башҡортостан вәкилдәре. Грант фонды 6 миллион 400 мең һумдан ашыу.
Радий Хәбиров Башҡортостандың “Ирекмән” тигән билдәһе менән әүҙем йәштәрҙе бүләкләне. Шулай уҡ самолет макеттарын осороу сараһында ҡатнашты.
Бөрйән районында үткән сараның һәр бер көнө алдан планлаштырылған ине. 9 майҙансыҡта лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, әңгәмәләр һәм тренингттар ойошторолдо. Йәштәрҙе бихисап тема ҡыҙыҡһындыра. Мәҫәлән, экология, урындағы башланғыстарҙы яҡлау һәм мәғариф темаһына айырым иғтибар бүләләр.
Форумдың беренсе көнөндә йәштәргә ауырға тура килде. Бөрйән районын ғына түгел, бөтә Урал арьяғында йәшенләп ҡойма ямғыр яуҙы. Әммә, төндәге был тәбиғәт уңайһыҙлығы йәштәргә ҡамасауламаны.
4 көн дауамында күрше өлкәләрҙән килгән йәштәр һәм Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалаларында белем алған Башҡортостан студенттары төрлө майҙансыҡтарҙа белемен камиллаштырҙы, аралашты, уртаҡ проекттар яҡланы. 4-се тапҡыр үткән форум рекордлы 1 мең ярым кешене палаткалы лагерҙа тупланы. Йәштәр менән Республика Башлығы Радий Хәбиров осрашты.
Башҡортостан Башлығы йәштәр менән 3 сәғәттән ашыу әңгәмәләште. Осрашыу барышында Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй “Беренселәр хәрәкәте” тип аталған балалар һәм йәштәрҙең ойошмаһы ағзалары менән һөйләште. Республикала уның филиалы яңыраҡ ҡына барлыҡҡа килде.
Форумда мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа булды. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары, мәҫәлән, ҡулдан эшләнгән самолет макеттарын осороу конкурсын ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Бында еңеү Эшләүсе йәштәргә эләкте. Уларҙың планеры 15 метрҙан ашыу арауыҡҡа осто. Ә бына төп иғтибар бүленгән экспонат икенсе урынға лайыҡ булды.
Башҡорттар ғүмер буйына йыйынға йыйылған. Был юлы ла йәштәр үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып әңгәмәләште, уларҙы хәл итеү юлдарын өйрәнде, тәжрибә уртаҡлашты. Хәҙер әүҙем йәштәрҙең Волга буйы федераль округында ғына түгел, бөтә ил буйынса тәжрибә менән уртаҡлашыу маһирлығы бар.