Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында марганец ятҡылығын тикшереү эштәре туҡтатылды.
Үткән аҙнаның төп сәйәси ваҡиғаһы әлбиттә – Һайлауҙар. Республикала барлығы 777 урындағы иҙидара органдарға һәм Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайланды. 3 мең 200-ҙән ашыу һайлау участкаһынан тыш 40 ваҡытлы пункттар булдырылды, шул иҫәптән Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Херсон һәм Запорожск өлкәләрендә экстерриториаль һайлау участкалары ойошторолдо. Радий Хәбиров төбәктә илдәге иң күләмле һайлау компанияһының ойошҡанлы һәм тыныс шарттарҙа үтеүен бидәләп китте.
Берҙәм һайлау көнөндә 120-нән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән, һайлау ҡануниәтен боҙоу осрағы теркәлмәгән тип йомғаҡланы Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко. Республика парламентының яңы составы тәүге ултырышҡа 5 октябрҙә йыйыла.
Оператив докладтарҙан һаулыҡ һаҡлау министры иғлан иткән һандарға ихтибар итергә кәрәк. Уҡыу йылы башланыу менән Киҫкен респиратор вирус менән сирләүселәр күбәйә. Грипптың әлегә бер генә осрағы теркәлгән. Урындағы Роспотребнадзор хәл контролдә тотола тип ышандырҙы.
Оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған тағы бер медицина темаһы онкология сирҙаренә бәйле ине. Үлем осраҡтарының һәр дүртенсеһе яман шешкә бәйле. Шулай ҙа республикала онкология сирҙәрен асыҡлау һәм тәүстадияла дауалау яҡшырған тиелде. Бер нисә йылда үлем осраҡтары 20 процентҡа кәмегән. Быға диагностика һәм диспансеризация яҡшы этәргес биргән. Радий Хәбиров сәләмәтлек хаҡында хәстәрлекте пропагандалау бурысын ҡуйҙы.
Ураҡ кампанияһына һуңғы көндәрҙәге ямғырҙар ярайһы ғына ҡатмарлыҡтар килтергән. Әлеге көнгә хужалыҡтар иген культураларының 81 процент майҙанын һуғып алған. Ғәҙәттәгесә, Ҡырмыҫҡалы, Саҡмағош һәм Ауырғазылар иң юғары уңыш ала – гектарынан 27 центнер тирәһе. Урал аръяғы райондарында иген яҡшы төшөм биргән, әммә һуң сәселгәнгә күрә ураҡ та һуҙыла. Ямғыр арҡаһында ҡаты бойҙайҙың сифаты ла юғала тине ауыл хужалығы министры. Урал аръяғын борсоған күпкә күләмлерәк проблема – Ирәндек һыртын эшкәртеүгә бәйле ҡарар ҙа иғлан ителде Оператив кәңәшмәлә. Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарындағы Фәйзулла ятҡылығында алып барылған тикшереүҙәр туҡтатылған. Бында дәүләт заказы буйынса марганец ятҡылыҡтары тикшерелә ине. Роснедра менән килешеү нигеҙендә подрядсы ойошмаға эштәрҙе туҡтатыу бурысы ҡуйылған.
Алданған өлөшсөләр темаһы буйынса докладтан асыҡланыуынса, 2018 йылда республикала 10 меңдән ашыу алданған өлөшсө булһа, әле 2 мең 260 кеше ҡалған. Федераль программа ярҙамы менән бөтәһе 21 миллиард һум аҡса бүленгән. Уның ярҙамында байтаҡ йорттар төҙөлөп бөткән, әле исемлектә 31 объект ҡала. Шуларҙың 3-һе быйыл төҙөлөп бөтә. Йыл аҙағына тиклем 1 мең 328 алданған өлөшсө фатир асҡыстарын йә аҡсалата компенсация алырға тейеш.
Ағымдағы аҙна ла сараларға бай. Шуларҙың береһе Республикала беренсе тапҡыр ойошторолған "Әйҙә уйнарға" фестивале. Ул бала-саҡ менән генә бәйле түгел тине сараны анонслап республика Башлығы. Бында балалар, үҫмерҙәр өсөн уйынсыҡ, уйындар етештереүсе Рәсәйҙең алдынғы компаниялары үҙ продукцияһын тәҡдим итә. Эшлекле өлөштә Рәсәй һәм сит ил етештереүселәре менән индустрияны үҫтереү тураһында һөйләшеү ҡаралған. Кесаҙнанан алып йәкшәмбегә тиклем Шайморатов һәйкәле янында уҙған фестиваль ҡунаҡтарын иһә Бөтә Рәсәйгә билдәле кескәй блогерҙар, союзмультфильм актерҙары менән танышыу, спектакль ҡарау, төрлө уйынсыҡтар һатып алыу мөмкинлеге бар.