"Әйҙә уйнарға" бөтә Рәсәй уйындар фестивале программаһы менән Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында таныштырҙылар. Дүрт көн дауамында бында Рәсәй уйынсыҡ етештереүселәренең күргәҙмә-йәрминкәһе, уйынсыҡтарҙы һынау, тематик конкурстар һәм оҫталыҡ дәрестәре йоштороу ҡаралған. Байрамда ҡатнашырға Рәсәйҙең 140 ойошмаһы теләк белдергән. Әйткәндәй, Башҡортостаның балалар тауарҙары индустрияһын 84 ойошма тәшкил итә. Улар башлыса балалар өсөн мебель, кейем-һалым, туҡландырыу өлкәһендә эш алып бара. Шулай уҡ 8 предприятие уйынсыҡтар эшләү менән шөғөлләнә. Киләсәктә республикала балалар тауарҙары етештереүселәр кластеры булдырыласаҡ. Әйҙә уйнарға тип аталған сара сиктәрендә, балалар, ата-әсәләр тауыштыры нигеҙендә иң яҡшы уйынсыҡты билдәләү ҙә ҡаралған.
Өфөлә үтәсәк "Әйҙә уйнарға" фестиваленә билдәле блогерҙар һәм ижади коллективтар килә
Күләмле сара 14-17 сентябрҙә Совет майҙанында үтә.