Республикала беренсе тапҡыр "Әйҙә уйнарға" тип аталған уйынсыҡтар фестивале ойошторолдо. Был сара балалар өсөн һәм уйынсыҡтар хаҡында ғына түгел. Күңел асыу программаһы бай һәм йөкмәткеле, 4 көнгә Өфө үҙәге шат балалар тауышына күмелде. Ә фәлсәфәһе күпкә тәрәнерәк... Башҡортостан иҡтисады бығаса үҙ урынын алырға ынтылмаған уйынсыҡтар етештереү индустрияһында үҙ урынын яуларға ынтыла.
Балсыҡтан үҙ ҡулдары менән бүләк яһау, семәрләп биҙәү мәктәп балалры өсөн генә түгел, ә биш йәшлек сабыйҙарҙың да күңеленә хуш килә, ти оҫталыҡ дәресе ойошторусылар.
Балалар, ата-әсәләр өсөн фестиваль көндәрендә: уйындар, квестар, йәнһүрәттәр, спектаклдәр ойошторола.
Сараға килгән һәр кем иртәнге 10-дан алып киске 9-ға тиклем Совет майҙанында төрлө уйынсыҡтар менән таныша, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала. Кескәйҙәр янына билдәле йәнһүрәт геройҙары ла килгән.
Был йәнһүрәт геройҙары оло быуын кешеләрендә яҡты хәтирәләр уятһа, балаларҙы ваҡыт арбаһына ултыртып олатай-өләсәйҙәре, атай-әсәйҙәренең кескәй сағына алып китә.
Фестиваль өлкәндәр, мәктәп балалары өсөн генә түгел, ә сабыйҙар өсөн дә бик ҡыҙыҡлы... улар фекерләү ҡеүәһен дә үҫтерергә ярҙам итә.
Был фестиваль сиктәрендә Башҡортостандың Милли музейында «Уйынсыҡтар тарихы» күргәҙмәһе лә үҙ ишектәрен асты.
Мәскәү коллекционеры Вадим Вольфсондың уйынсыҡтар йыйылмаһы бер кемде лә битараф ҡалдырмай, ти милли музей директоры.
Ретрокүргәҙмәлә совет осорондағы ҡурсаҡ, йомшаҡ уйынсыҡ, балалар өсөн сығарылған журнал-китаптар, ул дәүерҙәге балалар кейемен күрергә мөмкин. Фестивалдең символы булған уйынсыҡ – ат-бәүелсәк – шулай уҡ күргәҙмә түрендә буласаҡ.
"Әйҙә уйнарға" беренсе Бөтә Рәсәй уйындар фестивале сиктәрендә уҙасаҡ күргәҙмә ай дауамында барасаҡ.