Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостан парламентының етенсе саҡырылышы, күп райондарҙа урындағы совет депутаттары һайланды.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайлауҙар үтте һәм улар ғәмәлдә, тип танылды.
"Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе тауыштарҙың 68,8 процентын алып алдынғы урында, КПРФ өсөн һайлаусыларҙың 11,7 проценты тауыш биргән. ЛДПР өсөн — 7,7 процент тауыш иҫәпләнгән. "Ғәҙел Рәсәй – дөрөҫлөк өсөн" фирҡәһе тауыштарҙың 7,4, "Яңы кешеләр" - 3,4 процентына өлгәшкән. Бер мандатлы округтарҙан һайланған депутаттарҙың 41-е "Берҙәм Рәсәй", алтыһы –КПРФ вәкиле, ЛДПР, "Ғәҙел Рәсәй – дөрөҫлөк өсөн" һәм "Яңы кешеләр" фирҡәләренән дүртәр кеше депутат мандатына эйә. Төбәк һайлау комиссияһы белдереүенсә, һайлаусы исемлегендә теркәлгән 2 989 078 кешенең 1545 913-ө тауыш биргән. Һайлауҙар тыныс шарттарҙа үтте. Закон боҙоу осраҡтары теркәлмәгән.