Башҡортостан "Берҙәм тауыш биреү көнө" һөҙөмтәһен барлай. Сәйәси кампанияла республика халҡы был юлы бигерәк әүҙемлек күрһәтте. Һайлау участкаларында граждандарҙың 81 проценты самаһы булған. Һандарға әйләндергәндә – был 2 миллион 300 мең самаһы кеше. Хатта күберәк тә. Бөгөнгө һүҙебеҙ ошо кампания, уның йомғаҡтары тураһында.
Студияла ҡунаҡта – политолог, республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тимур Вәлитов.







