Ә закондарҙың камил булмауы арҡаһында килеп тыуған мәсьәләләр етерлек. Ябай ғына миҫал. Микрофинанс ойошмаһына фатирын залогҡа һалған ханым бер әйберһеҙ урамда тороп ҡалған. Ире һәм улы махсус хәрби операцияла. Бәләһе менән яңғыҙ ҡалған ҡатын ғәҙеллек эҙләп беҙҙең телерадиокомпанияға мөрәжәғәт итте.
Ярты ғүмерен Чениковка биҫтәһендәге йорттарҙың береһендә үткәргән Гүзәлиә Таһирова хәҙер ни эшләргә белмәй юғалып ҡалған.
Бурыстар өсөн тартып алынған фатирҙы һатып алыусы яңы хужалар Гүзәлиә Таһироваға икенсе торлаҡ табып күсенергә лә форсат бирмәй, бер ҡат кейерлек кейем-һалымдарҙы ғына йыйып өлгөрҙөм, ти ханым.
Тормош иптәше һәм улы махсус хәрби операцияла булыу сәбәпле был һынауҙар менән Гүзәлиә..... ҡыҙы бер үҙе көрәшергә мәжбүр. Барыһы ла микрофинанс ойошмаһынан бурысҡа аҡса алып тороу һәм берҙән-бер торлаҡты ЗАЛОГ-ҡа һалыуҙан башлана.
Әле иһә ханым фатирына инеп хатта кәрәк-яраҡтарын да алалмай. Торлаҡтың яңы хужаларының вәкиле /представитель/ хатта ижади төркөм алдында Гүзәлиә ханыма тауыш күтәрергә, этеп-төртөргә ҡыйынһынмай. Ауыр томош хәлендә бөтөнләй юғалып ҡалған ҡатын хәҙер кемдән яҡлау табырға белмәй.
Фатирға инеү өсөн көрәшә торғас Гүзәлиә ханыма йыйынып сығыу өсөн 15 минут ваҡыт бирҙеләр... Әлбиттә, һәр кем үҙенсә хаҡлы.
Гүзәлиә Таһированың адвокатын иһә — суд приставтары эштең асылына төшөнмәйенсә ни өсөндөр яңы фатир хужалары яҡлы булыуы аптырата.
Мәсьәләнең Гүзәлиә ханым файҙаһына хәл ителеренә өмөттө өҙөргә, алдан ниндәйҙер һығымталар яһарға әлегә иртәрәк, ти белгестәр. Был ығы-зығы ҡасан тамамланыр, кем хаҡлы, фатир кемдеке.... әлегә һорау асыҡ ҡала.