Федерация Советында Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең унынсы форумына йомғаҡ яһалды. Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко 2023 йылдың июнендә Өфөлә үткән форумды ойоштороу кимәле, үткәреү һәм һөҙәмтәлелеге буйынса иң яҡшыларҙың береһе, Башҡортостан етәкселеге был юҫыҡта күләмле эш башҡарҙы, тип белдерҙе. Иң мөһиме – төбәк-ара, компания һәм фирмалар араһында өмөтлө хеҙмәттәшлек килешеүҙәре төҙөлдө, тине Валентина Матвиенко. Рәсәй парламентының юғары палатаһы рәйесе Радий Хәбировҡа Рәсәй-Беларусь форумын ойоштороуға индергән өлөшө өсөн Федерация Советының Маҡтау Грамотаһын тапшырҙы. Премьер-министр Андрей Назаров Федерация Советының Рәхмәт хатына лайыҡ.
Юғары баһа
Юғары баһа