Башҡортостан иҡтисади ауырлыҡтарға, санкцияларға һәм башҡа ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, үҙ алдына ҡуйған бурыстарҙы уңышлы үтәй. Был турала Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин Өфөгә эш сәфәре ваҡытында белдерҙе. Унда республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова сюжеты. Элек тимер гараждар теҙелеп киткән был урында хәҙер Өфөнөң иң мөһим юбилейлы объекттарының береһе — Көрәш һарайы. Бинаның асылыуы ла баш ҡаланың 450 йыллығына планлаштырылған. Тәүгеләрҙән булып “Рәсәй — спорт державаһы" халыҡ-ара форумын үткәреү ҡаралған. Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса ил Президенты рәйеслегендәге советтың сираттағы ултырышын да тап ошо майҙансыҡта үткәрергә тип ниәтләй ойоштороусылар. Төҙөлөш эштәре 80 процентҡа башҡарылған. Көрәш һарайын төбәк етәксеһе менән бергә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин да барып күрҙе. Эш сәфәре барышында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары әле төҙөлгән һәм әҙер объекттар менән танышып сыҡты. Республика менән идара итеү үҙәген Марат Шәкирйән улы башҡа төбәктәрҙә лә мотлаҡ ғәмәлгә ашырырға кәрәкле тәжрибә, тип билдәләне. Республика менән идара итеү үҙәгендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыу үтте. Унда Федераль үҙәктең төбәк менән үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре һәм күләмле проекттарға өҫтәмә ярҙам саралары тураһында һүҙ барҙы. Төбәк етәксеһе вице-премьерға төҙөлөш секторын, транспорт даирәһен үҫтереүҙә һәм төбәк тармаҡ башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Төҙөлөш тураһында Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше һәм төбәктә милли проектарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ла һүҙ барҙы. Төбәктә торлаҡ тапшырыу буйынса рекордлы күрһәткестәр йыл һайын яңыртыла. 2023 йылда - 3 миллион квадрат метрҙан ашыу булһа, 2030 йылға был һан 4 миллионға етергә тейеш. Был Рәсәй Президенты бойороғо һәм ул мотлаҡ үтәләсәк. Төбәк инфраструктураһы үҫешендә федераль ярҙам механизмдарын ҡулланыу тәжрибәһе лә тикшерелде. Милли именлек фонды мөмкинлектәрен генә йәлеп итеп, дөйөм хаҡы 8 млрд һумдан ашҡан йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү системаларын төҙөү буйынса 17 проект тормошҡа ашырыла. Кәңәшмә һуңға тиклем барҙы. Эш сәфәре Өфөнөң тарихи үҙәге менән танышыу менән тамамланды. Марат Хөснуллин менән Радий Хәбиров Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов һәйкәленә сәскәләр һалды. Совет майҙанына етеп, Миңлеғәли Шайморатов һәйкәлен барып күрҙе. Тап ошонда 1942 йылда башкорт кавалерия дивизияһы командиры яугирҙары менән фронтҡа китергә әҙер булыуын хәбәр итә. Хәҙер иһә ҡурҡыу белмәгән Шайморатов вариҫтары тап ошо урындан махсус хәрби операцияға юллана.
Юғары баһа
Юғары баһа






