Ҙур компаниялар хәҙер студенттарҙы ла күпләп йәлеп итә. Тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева сюжетында. Өсөнсө курс студенты Урал Байғужин киләсәген пилотһыҙ авиация менән бәйләргә теләй. Тимер сымдар ярҙамында ул видеокамераны коптерға тоташтыра. Эшкә Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенттарын йәлеп итеүҙең төп сәбәбе – киләсәккә йәш кадрҙар әҙерләү.Бында ябай квадрокоптерҙарҙан алып пилотһыҙ вертолеттар һәм самолеттарға тиклем эшләйҙәр. Өфөнөң роботлаштырылған технологиялары компанияһының баш инженеры Рәмил Илъясов аңлатыуынса, әле предприятиела самолеттарҙың бер нисә өлгө әҙерләнә.Самолеттың һәр өлөшө сифатлы материалдан яһала. Тотоп ҡарауға еңел генә күренгән детальды эшләү өсөн бер аҙна, аҙна ярым ваҡыт талап ителә. Бер ниндәй ҙә машина ҡулланмайынса барыһын да ҡул менән эшләйбеҙ, ти оҫта. Күмер туҡымаһы деталдәр ныҡ булһын өсөн ҡулланыла. Ә был цехта квадрокоптер, пилотһыҙ вертолеттар һәм самолеттарҙың төрлө сигналдарға яуап биреүсе электрон сымдары йыйыла.Был цехта алыҫ араға оса алыусы пилотһыҙ самолет эшләнә. Ул халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтары өсөн тәғәйенләнгән. Эш ыңғай барғанда бер аҙна эсендә ошондай өс-дүрт самолет йыйырға мөмкин.... Уның багына 14 л яғыулыҡ һыя, тиҙлеген сәғәтенә 90 км алып 120 тиклем арттыра ала.Республикала пилотһыҙ осоу аппараттарын етештереү үҫешә. Белгестәр әйтеүенсә, 2023 йылда республикала меңдән ашыу коптер-самолеттар эшләһә, быйыл уларҙың һанын 4 меңгә еткереү ҡарала.
Республикала пилотһыҙ осоу аппараттарын эшләү киң үҫеш ала
Республикала пилотһыҙ осоу аппараттарын эшләү киң үҫеш ала