Теманы хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина дауам итә.
Инструктор пилотһыҙ осоу аппаратын төҙәтеү менән мәшғүл. Был эш менән көндә шөғөлләнһәң ҡул өйрәнә һәм әҙерәк ваҡыт талап итә башлай, ти ул. Был яугирҙың төрлө ҡайнар нөктәләрҙә туплаған хәрби тәжрибәһе бар. Махсус хәрби операция башланғас та ситтә ҡалмай, тәүгеләрҙән булып ҡатнашырға теләк белдерә. Әле ул үҙәктә тәрбиәләнеүселәргә белеме менән уртаҡлаша. Курсанттар уҡыу ваҡытында туплаған теоретик белемдәрен ғәмәлдә нығыта. Тәүҙә буласаҡ яугирҙар методик күрһәтмәләргә таянып теория үҙләштерә, һуңынан практикаға күсә. Кәм тигәндә уларҙың белем туплау ваҡыты 200 сәғәт. Теория менән практиканы үҙләштереү параллель рәүештә бара. Уҡыуҙары тамамланған ваҡытта курсанттарҙың белем кимәле инструкторҙарҙыҡына тиң була.
Республикала әле пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә хеҙмәт итергә килергә саҡыралар. Кандидаттарҙың йәше 45 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш, ә FPV-дрон операторҙарының йәше 35 йәшкә тиклем булыуы мөһим. Хеҙмәт хәрби бәйләнеш һыҙығынан алыҫ үтә. Контракт бер йылға төҙөлә, һуңынан уны оҙайтырға мөмкин. Бында хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәр башҡа ғәскәр төрөнә күсә алмай. Студенттар ҙа академ отпуск алып ирекмән була ала. Ә бына бурыстары булған йәки хөкөмгә тарттырылған кешеләр был эшкә килә алмай.
Тулыраҡ мәғлүмәтте 122 номеры буйынса шылтыратып, йә Башбат.рф сайтына инеп белергә мөмкин.







