Ғинуар-февраль айҙарында Башҡортостандың ьышҡы сауҙа әйләнеше 17 ярым процентҡа, экспорт күләме 13 процентҡа артҡан. Республиканыфң тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева был турала Мәскәүҙә “Рәсәй” күргәҙмә-форумында белдерҙе.Башҡортостан тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек буйынса илдә иң әүҙем төбәктәрҙең береһе булып ҡала. Республика төбәк экспорт стандарты 2.0 программаһын тәүгеләрҙән булып ғәмәлә ашыра башланы. Әле донъяның 100 иле менән тығыҙ бәйләнештәр булдырылған. Белорусия, Төркиә, Ҡазағстан, Үзбәкстан, Ҡытайҙа вәкиллектәр уңышлы эшләй. Экспортерҙарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Төбәк предприятиеларына сит илгә тауар ташыуға киткән сығымдар өлөшләтә кире ҡайтарыла.
Тауар әйләнеше арта
Тауар әйләнеше арта