Андрей Назаров билдәләүенсә, туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса төп күрһәткестәр Башҡортостандың Волга буйы федераль округында алдынғы урындарға сығыуын дәлилләй. Онлайн-һатыуҙар ғына 30 миллиард һумдан ашҡан. Был инде үткән йылғынан 50 процентҡа күберәк. Тауар келәттәрен сафҡа индереү буйынса беҙҙең республика округта беренсе урынға сыҡты. Андрей Назаров сауҙа министрлығына күмәртәләп һатыу өлкәһенә инвесторҙар йәлеп итеү буйынса эште көсәйтергә, киләһе йылда келәт һәм логистик инфраструктура булдырыу буйынса кәм тигәндә ике эре инвестиция проектын ғәмәлгә ашырырға ҡушты.
Башҡортостанда тауар әйләнеше 2 триллион 500 миллиард һумға етте
Республика хөкүмәте премьер-министры был турала ҡулланыусылар баҙарын үҫтереү йомғаҡтары буйынса ултырышта белдерҙе.







