Йорт йә фатир алғанда 260 мең һум аҡсаны кире ҡайтарырға була

Йорт йә фатир алғанда 260 мең һум аҡсаны кире ҡайтарырға була.

Дауаланыу, белем алыуға киткән сығымдарҙың да 13 процентын ҡайтарып алырға мөмкин. Һалым ҡайтармаларын хәҙер һалым органдарына бармайынса ла, 3НДФЛ тултырмай ғына онлайн рәүештә юлларға мөмкин.

Һалымдарға бәйле бөтә һорауҙарға "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында эфирға сыҡҡан "Иҡтисади Башҡортостан" тапшырыуында Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы 30-сы инспекция етәксеһе урынбаҫары Гөлсөм Мортазина менән яуап бирәбеҙ.

Тапшырыу 13 сәғәт 20 минутта башлана.

Тура эфир телефоны: 8 (347)246-50-33.

Яҙма хәбәрҙәр өсөн: 8 919 617 96 41.