Радий Хәбиров Үзбәкстан делегацияһы вәкилдәре менән осрашты

Радий Хәбиров Үзбәкстан делегацияһы вәкилдәре менән осрашты

Яҡтар Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Осрашыуҙа сәнәғәт кооперацияһы тураһында һүҙ барҙы. Радий Хәбиров шулай уҡ Фирғәнә өлкәһе хәкиме Хәйрулла Бозаров менән аралашты. Осрашыу барышында агросәнәғәт комплексында үҙ-ара эш итеү проекттары, шулай уҡ республика биләмәһендә Фирғәнә өлкәһенең логистик үҙәген төҙөү тураһында һөйләшеп килешелде.