Республика башлығы Радий Хәбиров Узбәкстан республикаһының Наманган өлкәһе хәкиме Шәүҡәт Абдуразаҡов менән осрашты. Унда төбәк-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре барланды һәм берҙәм проекттар буйынса хеҙмәттәшлек юлдары билдәләнде. Көн тәртибендә Өфөлә асыласаҡ Сауҙа йорто. Унда Наманган өлкәһендә етештерелгән текстиль һатыласаҡ. Осрашыуҙа шулай уҡ туризм һәм ауыл хужалығының ике яҡлы үҫеше тураһында һүҙ барҙы, Наманган өлкәһенән йәшелсә-емеш, киптерелгән емеш-еләк импортлау мөмкинлектәре тикшерелде. Беҙҙең республика Үзбәкстандан килтерелгән киптерелгән емеш-еләкте бөтә Рәсәйгә таратыу үҙәге булырға әҙер, тине Радий Хәбиров. Шулай уҡ Башҡортостан башлығы Үзбәкстан республикаһының Бахар өлкәһе хәкиме Батыр Зарипов менән дә аралашты. Төбәк етәкселәре газ химияһы тармағындағы хеҙмәттәшлек, туризмды үҫтереү тураһында һөйләште.
Үзбәкстан менән бәйләнештәр нығый
Үзбәкстан менән бәйләнештәр нығый