Драматург Владимир Аношкин Ғәзим Шафиҡовтың «Аҡбуҙат» эпосы буйынса яҙған әҫәренең заманса яңғырашын тәҡдим итә. «Аҡбуҙаттың тылсымлы күле» спектакле сәхнәгә 24майҙан сыға. Ҡурсаҡ театры артистары менән хәбәрсебеҙ Сәлимә. Исламова осрашты.Яуыз көстәр Мәсем хан менән Һыу аҫты батшаһы Шүлгән бер-береһен еңә алмай тартҡылашҡан арала егет ҡорона еткән Һәүбән Аҡбуҙатты ҡотҡарыу һәм Урал батырҙың урланған булат ҡылысын табыу маҡсаты менән һыу аҫты батшалығына юллан. Урал-батырҙың дауамы булған Аҡбуҙат эпосына ярашлы Һәүбән һыу аҫты батшалығында хан ҡыҙы Нәркәсте осрата. Ул егеткә кешеләргә бәхет килтереүсе Аҡбуҙатты ҡоҡарырға, яуыз көстәргә ҡаршы торорға ярҙам итә. « Акбуҙаттың тылсымлы күле» пьесаһын Ғәзим Шафиҡов 1985 йылда тап ҡурсаҡ театры өсөн яҙа. Быйыл әҫәр сәхнәгә икенсе тапҡыр ҡайтарыла. Ә инде 38 йылдан һуң драматург Владимир Аношкин әҫәрҙең заманса яңғырашын тәҡдим итә. Виталий Щербаков ҡурсаҡ театры сәхнәһендә 40 йыл эшләү дәүерендә Мәсемде лә, Шүлгәнде лә уйнаған. Был юлы етем ҡалған Һәүбәнде изгелек һәм ғәҙеллек өсөн көрәшерсе батыр итеп тәрбиәләп үҫтергән Тарыуал образында.Спектаклдә заманса технологиялар ҡулланыу өсөн театрҙың бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.Ҡуйыусы рәссам Светлана Степанова әйтеүенсә, тамашасыларға планетарий эффекты эшләү өсөн 5 видеопроектор ҡулланғандар.Урал батырҙың булат ҡылысын табып, Аҡбуҙатты ҡотҡарған Һәүбән Шүлгәндең батшалығындағы ла яуыз көстәрҙе ауҙлыҡлай. Инде Ер өҫтөнә күтәрелгәс батыр халғын Мәсем-хандың ҡоллоғонан аҙат итә һәм әлбиттә Нәркәстең һөйөүен яулай.Аҡбуҙаттың тылсымлы күле спектаклен Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сәхнәһендә 24 майҙан ҡарарға мөмкин.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сәхнәһендә премьера
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сәхнәһендә премьера.