Оҙаҡ ваҡыт үткәндән һуң сәхнәлә оҫталар менән бергә йәш артистар сығыш яһай.
Кем өсөндөр яңы йыл мөғжизәһе әле килепр етмәһә, был сабыйҙар өсөн ул Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында уҡ башланды. Фойела йәш тамашасыларҙы ҡыш бабай һәм ҡарһылыу ҡаршы ала, был ысын мөғжизәне көтөү мөхитен тыуҙыра.
Әммә әкиәт тамашасылар өсөн йәнләнер алдынан театр сәхнәһе артында тыуа, унда үҙенең тәүге сығышына Лея Шәйхетдинова әҙерләнә. Ҡыҙға ни бары 9 йәш, шуға ҡарамаҫтан ул төп ролде башҡара. Спектаклдә мәктәп уҡыусыһы Беатрис Поттерҙы уйнай. Лея, бөтә балалар кеүек үк, тылсымға ышана, шуға күрә Ҡыш бабайға хат яҙған.
Әйткәндәй, Лея был сәхнәләштереүҙә берҙән-бер йәш актриса түгел. Күмәк сәхнәләрҙә эшләүгә балалар театр студияһының 20-нән ашыу тәрбиәләнеүсеһе йәлеп ителгән. Был ҡыйыу ижади экспериментҡа спектаклдең ҡуйыусы режиссерҙары Надежда Беззубова һәм Александр Верхоземский ҡарар итә.
Бәләкәй Беатристың ҡарлы әкиәткә сәйәхәте Яңы йыл алдынан башлана. Шул көндө изге Әкиәтсе балалар алдында үҙенең ғәжәйеп тылсымлы уйынсыҡтар магазины ишектәрен асырға ҡарар итә.
Шулай итеп, төп герой әкиәт урманына эләгә. Унда ул һөйкөмлө ҡуян Питер, аҡыллы филин олатаһы, мәкерле тейен балалары, изге күңелле терпе инәһе, өйрәк Джемайма һәм башҡа ҡыҙыҡлы ҡышҡы урман кешеләре менән таныша.
Шунда уҡ бәләкәй Беатрис спектаклдең төп антагонисы яуыз Тролль менән осраша. Шул саҡта йәш героиняның иңенә әкиәт урманын һәм уның халҡын ҡотҡарыу, яуыздың йөрәгенә көнсөллөк боҙҙарын иретеү бурысы йөкмәтелә.
Шулай итеп, оҫталарҙың тәжрибәһен һәм йәш һәләтенең ихласлығын берләштереп, ҡурсаҡ театрында мөғжизәгә ышаныу тураһында ысын тарих йәнләнә. Ә мөғжизә, асыҡланыуынса, яңы йыл төнөндә генә булмай.







