3-сө тапҡыр ойошторолған сараға был юлы ла төрлө олимпиада һәм конкурс еңеүселәре, әүҙем булған йәштәр килде.
Рәсәйҙең Ханты-Манси автономиялы округы, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск өлкәләре һәм Пермь крайынан ҡатнашыусылар башҡалала йыйылды. Балаларҙың тамырҙары башҡорт, тик төрлө сәбәптәр арҡаһында улар илебеҙҙең төрлө өлкәләрендә йәшәй. Тап ошондай саралар арҡаһында форум ҡунаҡтары Өфө һәм республика менән таныша, улар өсөн төрлө урындарға экскурсиялар ойошторолған. Йәш быуынды халҡыбыҙ тарихы менән таныштыралар, милли аш-һыу, ғөрөф-ғәҙәт, йолалар хаҡында бәйән итәләр. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, форум һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә үтә.