Өфөлә "Татар йыры" халыҡ-ара музыка фестивале үтте

Өфөлә "Татар йыры" халыҡ-ара музыка фестивале үтте

25-се юбилейлы сарала мэтрҙар һәм йәш башҡарыусылар үҙҙәренең иң шәп сығыштарын тәҡдим итте. Татар эстрадаһындағы йылдың төп музыкаль ваҡиғаларының береһен беҙҙең хәбәрселәр ҙә барып күрҙе.

Өфө тамашасыһы түҙемһеҙләнеп, яратҡан башҡарыусыларын көтә. Быйылғы фестивалде татар эстрадаһының матур ғаиләләренең береһе Азат һәм Алһыу Фазлыевтар асты.

Татар йыры фестивале йылдың төп музыкаль ваҡиғаһы ғына түгел, ә күп кенә татар йырҙарын башҡарыусылар өсөн хыял булып тора.

Был сағыу ваҡиғаны күптәр йыл буйына көтә. Татар йыры фестивале Өфөлә туғыҙынсы тапҡыр үткәрелә. Музыка байрамы шулай уҡ Мәскәүҙә уҙғарыла һәм Яңы йыл алдынан Ҡазанда ҙур концерт менән тамамалана. Артистар әйтеүенсә, һәр ерҙең тамашасыһы ла үҙенсәлекле.

Хәҙер ойоштороусылар фестивалдең географияһын киңәйтеү тураһында уйлай. Ә йәш башҡарыусылар уның ҡатнашыусылары булырға ынтыла.

«Татар йыры» проектында 25 йыл эшләү дәүерендә 7 меңдән ашыу лауреат «Алтын Барс» статуэткаһына эйә була.

Бына сирек быуат инде музыкаль марафон тамашасыны концерттың һәр минутын тулҡынланып йәшәргә мәжбүр итә. Тере тауыш, мауыҡтырғыс атмосфера, ҡабатланмаҫ ижади мөхит быларҙың барыһын да «Татар йыры» фестивале үҙ эсенә ала.

Быйыл, Ғәҙәттәгесә, Халыҡ-ара фестивалгә Яңы йыл алдынан йомғаҡ яһаласаҡ. Гала-концерт Һәм лауреаттарҙы бүләкләү йола Буйынса Ҡазанда үтә.