“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республикалағы бүлексәләре 48 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән. Был турала Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов белдерҙе.
Ул хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү ведомстволары етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Ултырышта Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам саралары тураһында ла һүҙ алып барылды. Башҡортостанда яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына 30-ҙан ашыу төрлө ярҙам күрһәтелә. "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының төбәк филиалы 1 йылдан ашыу эшләп килә, ошо ваҡыт эсендә 45 мең мөрәғәт ыңғай хәл ителгән. Махсус хәрби операция инвалидтарына ярҙам итеү сараларына айырым иғтибар бүленде кәңәшмәлә. Ветерандарҙың көнкүрешен еңелләштереү өсөн юғары технологиялы саралар менән тәьмин итеү, уларға һәм ғаиләләренә психологик ярҙам күрһәтеү мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.