"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан филиалы ойошторолоуға 3 йыл

Ошо арауыҡ эсендә фонд махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларының ышаныслы партнерына әйләнде.
  • "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан филиалы ойошторолоуға 3 йыл

115 мең яугирға һәм яҡындарына төрлө ярҙам күрһәтелгән, 135 мең мөрәжәғәт буйынса мәсьәлә хәл ителгән. Республикала 140 социаль координатор эшләй, улар махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугир менән һәр ваҡыт бәйләнештә тора, һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итә. Фондта медицина реабилитацияһы буйынса, психологик, юридик ярҙам күрһәтелә, эшкә урынлашыуҙа, торлаҡтарын яраҡлаштырыуҙа һәм протездар, коляскалар алыуҙа булышлыҡ итәләр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был еңел булмаған эшкә йәлеп ителгәндәрҙе ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.