"Ватан һаҡсылары" дәүләт фонды менән тығыҙыраҡ эшләү талап ителә

"Ватан һаҡсылары" дәүләт фонды менән тығыҙыраҡ эшләү талап ителә

Республика башлығы ҡала һәм райондарҙың хакимиәт башлыҡтарына "Ватан һаҡсылары" дәүләт фондының социаль координаторҙарын үҙҙәренең аҙналыҡ кәңәшмәләренә саҡырырға ҡушты. Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Социаль координаторҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙы, уларҙың ғаилә ағзаларын ниндәй мәсьәләләр борсоғаны тураһында белешмә биреп тороға тейеш. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин репортажы.Ҡойма ямғырҙар тәртип һәм таҙалыҡҡа кәртә түгел. Дүшәмбе кәңәшмәһендә сығыш яһап, Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, профиль министрлыҡтарға өлгө итеп Белорусияны алырға мөмкин. Башҡортостандың Белорусияның таҙалыҡ ҡына түгел, ә башҡа йүнәлештәрҙә өлгө алырға урыны бар. Мәҫәлән, инвестициялар. Республика өсөн был тармаҡ айырыуса әһәмиәтле. Уның сәбәбе лә билдәле. Субьекттарҙың именлеге һәм тотороҡлоғо бизнесҡа туранан тура бәйле. Был йәһәттән Башҡортостан төрлө програмалар ҙа эшләй. Һөҙөмтәләрҙең фантастик һанларҙан күрергә мөмкин. Инвестиция портфеле тигән төшөнсә һәм ундағы проекттарҙың дөйөм суммаһы 1 триллион һумдан ашыу. Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, респблика тәжрибәһен өйрәнергә теләк белдергән төбәктәр бихисап. Башҡортостан өсөн ошо йүнәлештәге иң ҡурҡыныс хәл – инвесторҙар менән бәйләнеште юҡҡа сығарыу. Радий Хәбиров ошо мәсьәләгә айырым иғтибар бирергә ҡуша. Эре инвесторҙарға юл асыҡ булһа, туризм өлкәһендә үҙен һынап ҡараған эшҡыуарҙар өсөн кәртәләр һаман да байтаҡ. Мәҫәлән,теге йәки был биләмәне ҡуртымға алыу. Бюрократизм тигән төшөнсә миҙгелгә лә, маҡсатҡа ла ҡарамай. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко хакимиәттәр башлыҡтарын асыҡ булырға саҡыра. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала глемпинг, кемпингтарҙың артасағын күҙаллап быға тиклем асылған ҙур биләмәләрҙе файҙаланыу кәрәклеген әйтә. Миҫал өсөн “Салауат ере” паркы. Биләмәләрҙе комплексы үҫтереү ҙә бөгөн көнүҙәк мәсьәләлр исемлегенән. Әммә, күп ваҡыт уны хәл итеү өсөн перспектива кәрәк. Мәҫәлән, демографик үҫеш булмаһа, айырым берәмектәрҙә ҡайһы бер обьекттар төҙөү ҙә отошло түгел. башҡортостандың төҙөлөш һәм архтитектура министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артем Ковшов ошо фекерҙә. Башҡортостандың “Һөт кухняһы” эш форматын үҙгәртә. Балалар өсөн тәғәйенләнгән ризыҡтар менән бер рәттән, хәҙер өлкәндәр өсөн аҙыҡ-түлек етештереү яйға һалына. Исемлектә кефир, эремсек, ҡаймаҡ бар. Октябрськийҙағы цехта эшкәртелгән сеймал – фермерҙарҙан һатып алынған һөт. Продукция тулыһынса тәбиғи – уларға яһалма ҡатнашмалар ҡушылмай. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың “Һөт кухняһы” республика һөт эшкәртеү буйынса төп операторҙарының береһе булырға тейеш. Министрлыҡ алдында Радий Хәбиров ошондай бурыс ҡуя. был аҙнала Башҡортостанда ҙур саралар ҙа көтөлә. Уларҙың береһе – Евразияның күсмә цивилизацияһы музейының сәфәр үҙәген асыу. Башҡортостан башлығы халыҡ-ара кимәлдәге сараның юғары кимәлдә буласағына ышаныс белдерә.