МХО яугирҙәре бөтә төр һорауҙар менән дәүләт фондына мөрәжәғәт итә ала

“Ватан һаҡсылары” фондының Башҡортостандағы филиалы киләһе йылда Махсус хәрби операция яугирҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзаларына психологик ярҙам күрһәтеүгә айырым иғтибар бирәсәк

Был турала ойошманың йыл йомғаҡтарына арналған ултырышында әйтелде.

Фонд эшенә килгәндә, быйыл Өфөлә уның тағы бер бүлексәһе асылды. Ул Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында урынлашҡан. Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, белгестәргә һәм социаль координаторҙарға яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары төрлө ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ул социаль, көнкүреш һорауҙарынан алып медицина, психолог һәм юридик ярҙамға тиклем. Ветерандар реабилитация, һөнәр үҙләштереү, эшкә урынлашыу, льготалар юллау буйынса "бер тәҙрә" форматында ла ярҙам ала. Демобилизацияланып ҡайтҡан яугирҙәр һәм мөмкинлектәре сикләнгән ветерандарҙы спортҡа йәлеп итеү буйынса ла системалы эш ойошторолған. Быйыл мәҫәлән башҡортостан командалары 30-лаған бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашҡан.