Ишембай ҡалаһында махсус хәрби операцияла һәләк булғандарға һәйкәл асылды. Мемориал Зәки Вәлиди урамында уранлашҡан. Постамент өс таштан тора — уртаһындағы өс метр ярым оҙонлоғонда. Уны шартлаған снарядтар ярҙамында эшләгәндәр. Һәйкәлдең авторы - үҙе махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡан, Че Гевара позывнойы алған скульптор Ришат Исламшин. Ир 2014 йылда Луганск һәм Горловкала алыша, һуңынан контракт буйынса хеҙмәт итә. Комплекс Ишембайҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың йыйылыу урыны. Бында Украина милләтселәре менән көрәштә һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары ла килә.
Ишембайҙа махсус хәрби операцияла һәләк булғандарға һәйкәл асылды
Һәйкәлде эшләүҙә Донецк республикаһынан килтерелгән снарядтар ҡулланылған.