Йөрәктән – йөрәккә

Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәренең даими акцияһы шулай тип атала.

Дөйөм хәле яҡшы, сәләмәт, ҡан баҫымы саҡ ҡына юғары, шулай ҙа 160/100 ҡан тапшырыуға ҡамасауламай, ти табиптар. Донорҙы артабан киләһе кабинет көтә.

Бармаҡтан алынған ҡан тиҙ тикшерелә. Ул арала донорҙарҙы мөләйем апай татлы сәй менән һыйлай. Әгәр табип тыйыуы булмаһа, әлбиттә. Ҡан тапшырыу алдынан һәм һуңынан үтәлә торған процедура ул берәр сынаяҡ сәй эсеү. Республика ҡан тапшырыу станцияһы эш сифаты яғынан Рәсәйҙәге иң алдынғы үҙәктәр рәтендә. Был һөҙөмтә – меңләгән мәрхәмәтле кеше ярҙамы менән. Хәрбиҙәр, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгән хеҙмәткәрҙәр ғүмерҙең ни тиклем ҡәҙерле булыуын, бәлки, күптәребеҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ аңлайҙыр. Төбәктәге 12 меңдән ашыу почетлы донор араһында улар ҙа бар. Киләһе геройыбыҙ 8-сегә ҡан тапшыра.Ғүмерен һаҡлап ҡалғаны өсөн миллионлаған сирле үҙе бер ваҡытта ла күрмәгән донорҙарға бурыслы. Донор булыуҙы иһә бурыс, тип ҡабул итә һуңғылары. Тик улар ярҙамы менән Республика ҡан ҡойоу станцияһы ҡанға бер ҡасан да ҡытлыҡ кисермәй. Кешене үлемдән төрлөсә ҡотҡарып була, ти егеттәр һәм, әгәр мин тапшырған ҡан бер генә ғүмерҙе оҙайта икән, мин бәхетле, тип уртаҡлаша. Тап шундай юғары тойғолар менән йәшәгән замандаштарыбыҙ араһында хатта 250 тапҡыр ҡан тапшырғандар ҙа бар. Иң ҡыуандырғаны — Башҡортостан изге күңелле кешеләргә лә, донор ҡанына ла ҡытлыҡ кисермәй. Йыл башынан алып Республика ҡан ҡойоу үҙәгендә 24933 донор 20 тонна ҡан тапшырған.