Республика ҡан биреү станцияһы көнөнә 150-200 яҡын донорҙы ҡабул итә

Башҡортостан донорҙарына "Рәсәйҙең почетлы доноры" билдәләрен тапшырыу һәм "Башҡортостандың иң яҡшы доноры" конкурсы еңеүселәрен бүләкләү сараһы үтте.
  • Республика ҡан биреү станцияһы көнөнә 150-200 яҡын донорҙы ҡабул итә

Артур Мусин донор кадрҙарын туплау бүлеге мөдире. Ул 202- се тапҡыр ҡан тапшыра. Рәсәйҙең почетлы доноры исемен йөрөтә.

«Рәсәйҙең Почетлы доноры» исеме граждандарға ҡанды йәки уның компоненттарын даими һәм бушлай тапшырған өсөн бирелә. Был исемде 40 тапҡыр ҡан йәки 60 тапҡыр плазма донацияһынан һуң алырға мөмкин. Республикала меңдән ашыу донор бар. Ҡан тапшырыу станцияһында йылына уртаса 140 мең кеше медицина маҡсаттары өсөн ҡан һәм уның компоненттарын тапшыра. Республика ҡан биреү станцияһы көнөнә 150-200 яҡын донорҙы ҡабул итә.

Республиканың ҡан биреү станцияһында донорҙарға почетлы билдәнән тыш, был статусҡа эйә булыусылар дәүләт яғынан социаль ярҙамға, шул иҫәптән йыллыҡ аҡсалата түләүгә хоҡуҡ ала. Станция хеҙмәткәрҙәре араһында донорҙарға ярҙам итеүселәр генә түгел, ә үҙе лә даими рәүештә был ролде үҙ өҫтөнә алыусылар күп. Мәҫәлән, Наталья Емилева инженер булып эшләй һәм, башҡаларҙан айырмалы, һәр миллилитр ҡандың хаҡын белә. Уның донорлыҡ юлы ковид осоронда башлана.

Ә ауыр атлетика менән мауығыусы Игорь Катеренчук өсөн донорлыҡ организм өсөн дә файҙалы. Барыһы ла яҡын кешегә ярҙам итеү теләгенән башлана.Тантанала донорҙарға күкрәккә тағыла торған махсус билдә тапшырыла. Бынан тыш, унда «Башҡортостандың иң Яҡшы доноры» конкурсы еңеүселәренең исемдәре лә аталды. Төрлө һөнәр һәм төрлө йәштәге кешеләр, әммә уларҙы башҡаларға ярҙам итеү теләге берләштерә.