Ҡала көнөндә реставрацияға ябылған ике яңыртылған объект — Матросов исемендәге парк һәм ҡала майҙаны халыҡтың яратҡан урынына әйләнде. Ишембайҙарға таныш был урындар СССР-ҙың нефть сәнәғәте министры Валентин Шашин ярҙамында 55 йыл элек төҙөлгән. Нефтсе булараҡ тәүге аҙымдарын ул тап Ишембайҙа яһай, шуға күрә тере легендалар төбәге булған был бәләкәй ҡалаға һөйөүен ғүмер буйы һаҡлай. Уларҙың береһе — Галина Прокопова, һөнәре буйынса геолог, юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң бында килә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Һәр өсөнсө самолетҡа һәм һәр икенсе танкка 1932 йылда Ишембай ҡалаһында табылған нефттән эшләнгән яғыулыҡ һалына. Ҡара алтын илде тергеҙеүҙә лә мөһим роль уйнай. Төҙөлөш осоронан һуң Ишембайҙа халыҡ һиҙелерлек кәмей. Әле иһә ҡала яңы көс менән тергеҙелә, сәскә ата, тип билдәләй урындағы халыҡ.
Ҡасандыр үҙе вахтасылар ҡалаһы булған Ишембайҙың хәҙер күп кенә йәштәре ситтә эшләргә мәжбүр. Урындағы халыҡ сит төбәктәргә йөрөмәһен өсөн үҙ еребеҙҙә эш урындары булдырыу кәрәк. «Алға»махсус иҡтисад зонаһының күҙәтеү советы ултырышы тап ошо темаға арналды. Бөгөн Башҡортостан нефтен асыусы геройҙарҙың вариҫтары илде һаҡлай. Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров махсус операцияла һәләк булған яугирҙарҙың туғандары менән осрашты һәм ҡулынан килгәнсә ярҙам итәсәген белдерҙе.
Башҡортостан башлығы үҙенең тыуған яҡтарында ла булды. Һайран ауылына Радий Хәбиров «бүләк»менән килде.Бер йыл элек яңы янғын һүндереү часы урынында бер ниндәй уңайлыҡтарһыҙ вагондар торған. Янғын һүндереүселәрҙең хатта ашханаһы ла булмаған. Ә хәҙер бында барыһы заманса техника менән тәъмин ителгән.Ишембай районы йылдам үҫешә. Яҡын арала бында яңы инвесторҙар ҙа йәлеп ителәсәк, тип белдерҙе Радий Хәбиров.






