Ишембай уҙған йылдың ғинуарында ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булғайны. Был исем илдең халҡы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә тос өлөш индергән, тылда хәрби һәм граждандар производстволарында эшләгән, шул уҡ ваҡытта фиҙакәрлек һәм хеҙмәт батырлығы күрһәткән ҡалаларына бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тап Ишембай фронт ихтыяжын тәьмин итә. Бында 4,5 миллион тонна нефть сығарылған. Һуңғы йылдарҙа Ишембай бик әүҙем үҫешә. Ҡалала матур парктар, скверҙар барлыҡҡа килде, Башҡортостан нефтен беренсе булып асыусылар майҙаны төҙөкләндерелде.
Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыласаҡ
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһында «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын ҡуйырға тигән күрһәтмә бирҙе.







